Өфөлә үткән халыҡ-ара марафон ҡатнашыусылар һаны буйынса рекорд ҡуйҙы

Ул 23 илдән, 35 төбәктән һәм 245 ҡаланан 5 мең 500 ҡатнашыусыны берләштергән.

Һигеҙенсе халыҡ-ара марафонының старт һыҙығына сәйәсмәндәр, спортсылар, журналистар, блогерҙар ҙа баҫты. Иң йәш ҡатнашыусыға ете ай, ә олоһона 87 йәш. Улар баш ҡаланың тарихи урамдары буйлап йүгерҙе.

Дистанцияны һәр кем үҙ көсөнә таянып һайланы. 2, 5 һәм 10 километр йүгерергә, йәки ярым марафон һәм 42 киломерлыҡ марафон үтергә лә мөмкин ине. Скандинав йөрөүҙе һөйөүселәр һәм балалар айырым финишланы. Ойоштороусылар һүҙҙәренсә, һәр йүгереүсе миҙал менән бүләкләнде.

Бер айҙан беҙҙең туй була. Башҡа төбәктәрҙә үткән марафондарҙы ҡарағайныҡ, унда туй күлдәгендә йүгереүселәрҙе күрҙек. Шуға күрә беҙ ҙә кейенеп килергә һәм йүгереүгә бер нәмә лә ҡамасауламай икәнлеген иҫбатларға булдыҡ.

Ләйсән Яхина, Өфө халыҡ-ара марафонының 21 километрлыҡ дистанцияһында еңеүсе

Мең ярымдан ашыу кеше 10 километрлыҡ дистанцияға сыҡты. Шулай уҡ иң популяр дистанциялар – ул 5 һәм 2 километрлыҡ. Һәр береһендә меңдән ашыу йүгереүсе. Бынан алда, 2019 йылда ҡатнашыусылар һаны буйынса рекорд ҡуйғайныҡ. Унда 5 мең 400 ҡатнашыусы стартҡа сыҡҡайны. Быйыл 5 мең 500 кеше. Пандемияға тиклемге рекордты уҙҙырҙыҡ.

Владислав Литвинчук, Өфө халыҡ-ара марафоны директоры

Марафон ваҡытында «Динамо» стадионы биләмәһендә төрөлө актив зоналар эшләне, оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде. Концерт программаһы сиктәрендә, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Юлъяҡшин, «Голос» тапшырыуы финалисы Анастасия Спиридонова һәм башҡа йырсылар сығыш яһаны.

Һигеҙенсе Өфө халыҡ-ара марафонында «Өфө хосписы», «Мәрхәмәт», «Ҡаршылыҡтарҙы емереп», «Юғалтыуҙар Юҡ» һәм «Үҙенсәлекле балалар» хәйриә фондтарына ярҙам өсөн 852 мең һумдан ашыу аҡса йыйылды.

Йүгергән саҡта «Йәшел Башҡортостан» акцияһы сиктәрендә Мостай Кәрим урамында ултыртылған ағастарҙы ҡарап үттем. Ленин урамындағы тротурҙарҙы төҙөкләндереү эшенең барышын да күрҙем. Әле унда гранит таштарын һалыу эштәре бара. Үҙем беренсе тапҡыр 10 киломерҙы йүгереп үттем. Ҡыйын булыр ти уйлағайным, ләкин көйәрмәндәрҙең дәртләндереп тороуы көс бирҙе.

Ратмир Мәүлиев, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы
Фото №1 - Өфөлә үткән халыҡ-ара марафон ҡатнашыусылар һаны буйынса рекорд ҡуйҙы

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ