Андрей Назаров етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса эшсе төркөм булдырырға ҡушты

Унда төбәктең торлаҡ һәм архитектура министрлығы, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай, Хөкүмәт аппараты һәм муниципалитеттар вәкилдәре инәсәк.

Республикала 2025 йылға тиклем 18 йәштән өлкәнерәк етем-балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеүҙә барлыҡҡа килгән бурысты юҡ итеү программаһы ҡабул ителгән. Уның сиктәрендә быйыл финанслау күләме 61 процентҡа артып, 1 миллиард ярым һумдан ашҡан.

Сумманың 269 миллионы һумы – федераль аҡса. Етем балаларға бүленгән финанс сығанаҡтар буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында икенсе урында. Йыл башынан ғына 425 кеше фатирлы булған.

Фото №1 - Андрей Назаров етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса эшсе төркөм булдырырға ҡушты

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ