Өфөлә Технология һәм инновацияларға булышлыҡ итеү үҙәге эшләй башланы

Ул «Пегаз» фәнни-тикшеренеү һәм проекттар институты нигеҙендә асылды. Үҙәк төбәктең һәм илдең инновация мөмкинлектәрен үҫтереү маҡсатында булдырыла. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова яҙмаһында.

Ваҡыт яңы маҡсаттар һәм бурыстар ҡуя. Уларҙы заманса технологиялар, сәнәғәткә алдынғы асыштар индереү һәм интеллектуаль эшмәкәрлек ярҙамында ғына хәл итергә мөмкин. Өфөлә Технология һәм инновацияларға булышлыҡ итеү үҙәге тап был өлкәлә эшләй. Үҙәктең төп миссияһы - республика эшҡыуарҙарына, уйлап табыусыларға һәм төрлө тауар етештереүселәргә ярҙам итеү.

Бындай үҙәктәрҙең көнүҙәклеге арта ғына бара. Импортты алмаштырыу, шәхси эшҡыуарлыҡты үҫтереү тураһында һөйләйбеҙ икән – ул технология һәм инновацияға барып тоташа. Был үҙәккә мөрәжәғәт итеүселәр туранан-тура беҙҙең мәғлүмәт базаларына инеп, консультациялар ала.

Олег Неретин, «Сәнәғәт милекселеге федераль институты» ойошмаһы директоры

Технология һәм инновацияларға булышлыҡ итеү үҙәге башлыса нефть һәм газ тармағында эшләүсе компанияларға ярҙам итәсәк. Ләкин, белгестәр башҡа төрлө өлкәләргә ҡағылышлы тауарҙарға патент алыуҙа булышлыҡ итә.

Әлеге ваҡытта патент алыусылар исемлегендә «Башҡорт балы», «Йоматау» һәм «Асы» минераль һыуҙары, «Ҡурай» милли музыка ҡоралы бар. Был исемлекте тулыландырыусы тауарҙар ҙа бихисап, уларҙың береһе - башҡорт ҡымыҙы, тиелде үҙәкте асыу сараһында.

Рәсәйҙә 179 Технология һәм инновацияларға булышлыҡ итеү үҙәге иҫәпләнә. Быға тиклем бында үҙәктәр Өфөлә өсәү булһа, хәҙер тағы берәүенең ишектәре асылды. Үҙәктә консультациялар алыу бушлай.

Фото №1 - Өфөлә Технология һәм инновацияларға булышлыҡ итеү үҙәге эшләй башланы

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ