Башҡортостанда ил Президенты гранты ярҙамында яңы проекттар тормошҡа ашырыла башланы

Өфөнөң 51-се мәктәбендә мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы уҡытыу кабинеты асылды. 1 миллион һумға йыһазландырылған класта аутизм менән ауырыған кескәйҙәрҙе уҡытыу өсөн шарттар булдырылған.

Бынан тыш, грант ярҙамында өлкән йәштәге граждандарға ярҙам итеү өсөн социаль хеҙмәтләндереү йүнәлешендә уҡыуҙар башланды. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Сағыу һүрәттәр, уйын һәм тәьҫораттар аша уҡытыусы баланың иғтибарын йәлеп итергә тырыша. Аутизм менән яфаланған кескәйҙәрҙе мәктәп программаһын өйрәнеүгә әҙерләү өсөн уҡытыусылар бар көсөн һала. Үҙенсәлекле балалар менән эш алып барыусы остаздар дәрестәргә махсус йәлеп ителгән. Учреждение малай-ҡыҙҙарға ярҙам итеү өсөн ил президенты грантына эйә булған.

Ил президенты гранты ярҙамында төбәктә тағы ла бер учреждениела яңы проект старт алды. Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгендә хәрәкәт итеү менән ҡатмарлыҡтар кисергән кешеләрҙең яҡындары көндәлектә ярҙам күрһәтергә өйрәнә.

Грант аҡсаһына алып барылған уҡыуҙарҙа заявка буйынса республиканың төрлө-район ҡалаларынан йыйылыусылар уҡый. Улар семинарҙарҙа ҡатнашып, тәжрибәле белгестәр менән аралаша, социаль хеҙмәткәр булараҡ белем туплай.

Башҡортостан президент гранттары фонды конкурстарында ҡатнашыусылар һәм йәлеп ителгән аҡса күләме буйынса лидер төбәктәр исемлегендә. Быйыл йәмәғәт өсөн файҙалы һәм кәрәкле проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн 160 млн һум аҡса йәлеп ителгән. Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү, мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға ярҙам итеү һорауҙары өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып ҡала.

Фото №1 - Башҡортостанда ил Президенты гранты ярҙамында яңы проекттар тормошҡа ашырыла башланы

Флорида Ким

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ