Йәш рәссамдар Юрий Гагарин исемендә космонавтар әҙерләү үҙәгендә күргәҙмә менән сығыш яһаясаҡ

Йыһан яулаусыларға арнап. Башҡортостандың йәш рәссамдары Юрий Гагарин исемендә космонавтар әҙерләү үҙәгендә күргәҙмә менән сығыш яһаясаҡ. Ижади эштәрҙә – билдәле осоусы, космонавтарҙың портреты.

Мәктәп уҡыусылары Мәскәү өлкәһендәге Йондоҙло ҡаласыҡҡа 3 октябрҙә юллана, 4-ендә экспозицияны асыу тантанаһы үтә. Сараның ойоштороусыһы – рәссам, тәжрибәле педагог Айнур Тимерғәлиев. Яҡташыбыҙ балаларҙы сәнғәт донъяһы аша йыһан менән таныштыра.

Былтыр Рәсәй космонавтикаһы Федерацияһы ағзаһы булдым. Ойошма етәкселеге космонавтарҙың портретын төшөрөү тәҡдиме менән сыҡты. Исемлек бирелде. Балалар менән бергә был проектта теләп ҡатнаштыҡ. Мәскәү өлкәһендә үтәсәк сараға утыҙлаған кеше барабыҙ.

Айнур Тимерғәлиев, рәссам
Фото №1 - Йәш рәссамдар Юрий Гагарин исемендә космонавтар әҙерләү үҙәгендә күргәҙмә менән сығыш яһаясаҡ

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ