Өфөлә ике ҡар иретеү пункты барлыҡҡа киләсәк

Был урамдарҙы ҡарҙан таҙартыуҙы тиҙләтәсәк. Әлеге ваҡытта баш ҡалала тик бер генә пункт иҫәпләнә. Трамвай урамындағы ҡар иретеү үҙәге тәүлегенә 1500 кубометр ҡар эшкәртә.

Мегаполис өсөн уның ҡеүәте, хатта тәүлек әйләнәһенә эшләгән осраҡта ла етмәй. Яңы ҡар иретеү пункттары баш ҡаланың Сәғит Агиш урамында төҙөлөр, тип көтөлә. Әлеге ваҡытта яуаплы ведомство тәүге объекттың урынын һайлап, тейешле проектты әҙерләү менән мәшғүл. Уны декабргә тиклем файҙаланыуға тапшырырға иҫәп тотола. Пункт урындағы бер нисә урамды хеҙмәтләндерәсәк.

Ябай итеп аңлатҡанда, килтерелгән ҡар канализация торбалары ярҙамында иретелә. Урында насос станцияһы һәм һыу каналы торбалары булыуы финанс йәһәттән бик отошло. Ирегән ҡар коллекторға ағып төшәсәк. Майҙанда артыҡ биналар булмай, конструкциялар ер аҫтында, 6-10 метр тәрәнлект төҙөләсәк.

Руслан Яхиббаев, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы етәксеһе урынбаҫары

Баш ҡала хакимиәте вәкилдәре урында йәшәүселәрҙе яңы пункт тураһында борсолмаҫҡа саҡыра. Экологик йәһәттән уның эшмәкәрлеге хәүефһеҙ һанала. Бындағы ҡар эшкәртеү тәбиғи иреүҙән айырылмай, ти белгестәр. Ҡар фильтр аша үтеп, сүп-сар, ҡомдан таҙартыласаҡ. Ә насар еҫ заманса махсус ҡоролмалар ярҙамында көсһөҙләндерелә.

Фото №1 - Өфөлә ике ҡар иретеү пункты барлыҡҡа киләсәк

Рәзилә Ғиниәтуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ