Адреслы программа 2019 йылда башланды һәм киләһе йылда тамамлана. Бының өсөн 1 миллиард 700 миллион һум бүленде. Өс йылда республикала 58 мең квадрат метр торлаҡ төҙөлгән. Быйыл иҫке йорттарҙан күскәндәргә 400-гә яҡын фатир бирелә. Премьер-министр Андрей Назаров адреслы программа үтәлешен тиҙләтергә һәм киләһе йылдарға заявка әҙерләргә ҡушты.







