Республика башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре сиктәрендә Өфөлә импорт тауарҙарын алмаштырыу йүнәлешендә алғы һыҙыҡҡа сыҡҡан предприятиелар эшмәкәрлеге менән танышты.
Ҡаҙыу һәм тау байыҡтырыу компаниялары өсөн ҡоролмалар, юл төҙөлөшө өсөн гидроизоляция тауарҙарын етештереү цехтарында производствоны киңәйтеү өҫтөндә эш алып барыла. Төбәктә сәнәғәт предприятиелары асыу өсөн индустриаль паркта яңы майҙандар әҙерләнгән. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким репортажында.
Эре габаритлы деталдәр һәм резина-техник ҡоролмалар етештереү заводында быйыл заказдар һаны 3 тапҡырға артҡан. Футеровка, сәнәғәт мейестәре, тирмән деталдәрен етештереү цехы тауарҙары сифаты һәм оҙайлы файҙаланыу ваҡыты менән айырыла. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров предприятие эшмәкәрлеге менән танышып, заводтың юғары үҫеш темпын билдәләне.
Рәсәйҙә алтын табыу, ҡаҙыу һәм тау байыҡтырыу өлкәһендә эшләүсе иң ҙур 50 предприятие Башҡортостанда етештерелгән ҡоролмалар нигеҙендә эшләй. Импорт алмаштырыу йүнәлешендә йылдам үҫешкән биләмәлә яңы инвестиция проекттары көтөлә.
Эш сәфәре сиктәрендә республика башлығы «ПромҮҙәк» индустриаль паркы әҙерлеге менән танышты. Сафҡа индерелгән объектта резиденттарға сәнәғәт предприятиеһын асыу өсөн ҡулай шарттар ойошторолған. Заманса талаптарға ярашлы, станоктарҙы һәм башҡа йыһаздарҙы көйләп эш башлау өсөн бейек түшәмдәр иҫәпкә алынған, инженер коммуникациялар үткәрелгән.
Индустриаль парк нигеҙендә 14 cәнәғәт предприятиеһы уңышлы эш башлаған. Ҡағыҙ һәм ҡатырға ҡаптарҙы етештереүсе ВайПэк цехы ла парк майҙанында ойошторолған. «Башҡорт содаһы» компанияһы өсөн тәғәйенләнгән ҡаптар ҙа тап ошо заводта сығарыла. Киләсәктә цехтың етештереү ҡеүәтен айына 50 млн ҡапҡа тиклем еткереү бурысы ҡуйылған.
Шаҡша биҫтәһендә урынлашҡан «Полимак» компанияһында ла етештереү ҡеүәттәрен киңәйтеүгә әҙерлек бара. Юл төҙөлөшөндә гидроизоляция материалдарына ихтыяж артыу менән өҫтәмә цех асыу маҡсаты тора. Рәсәйҙең һәм Ҡытайҙың хеҙмәттәшлеген үҫтереү өсөн ҡаралған «Восточный» полигоны магистралендә лә Башҡортостанда етештерелгән продукция ҡулланыла.
Импорт тауарҙарына иғтибар кәмегән осорҙа ил сәнәғәтен үҫтереү, предприятиеларҙы киңәйтеү, яңы эш урындарын булдырып, етештерелгән продукция күләмен һәм сифатын арттырыу көн талабы булып тора. Сәнәғәт өлкәһендә яңынан-яңы ҡаҙаныштарға ирешкән республика предприятиеларына күп яҡлы дәүләт ярҙамы күрһәтеү дауам итә.
Флорида Ким




