Радий Хәбиров Көрәш һарайы төҙөлөшө менән танышты

Радий Хәбиров Өфөнөң 450 йыллығына сафҡа индереләсәк юбилей объекты – Көрәш һарайы төҙөлөш майҙансығында булып, эш барышы менән танышты.

Спорт үҙәге күп функциялы буласаҡ. Бында көрәш буйынса күнекмә һәм күләмле ярыштарҙан тыш, халыҡ күпләп ҡатнашҡан мәҙәни саралар, шул иҫәптән концерттар ойоштороу ҡаралған. Шулай уҡ Көрәш һарайында ҡунаҡхана, спа һәм бассейн да була, спорт бейеүҙәре буйынса дәрестәр уҙғарыласаҡ.

Быларҙың барыһы ла объектҡа киткән сығымдарҙы ҡапларға ярҙам итәсәк. Биләмәлә фигуралы шыуыу өсөн һырғалаҡ, футбол, волейбол, баскетбол буйынса майҙансыҡтар төҙөлә. Республика етәксеһе билдәләүенсә, буласаҡ Көрәш һарайы баш ҡаланың спорт һәм мәҙәниәт өлкәһендәге үҫешенә ҙур этәргес бирәсәк.

Фото №1 - Радий Хәбиров Көрәш һарайы төҙөлөшө менән танышты

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ