Башҡортостан мәғариф учреждениеларында уҡыу эвакуацияһы ойошторола

Республикала «Янғын хәүефһеҙлеге» айлығы бара. Күнекмә барышында белем усағындағы эвакуация юлдарының асыҡлығы, автоматик хәбәр итеү системаһы төҙөклөгө ҡарала.

Коллективтың хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә ярашлы, эш итеү дөрөҫлөгөнә айырыуса иғтибар йүнәлтелә. Каникул яңы ғына тамамланды. Шуға күрә балаларға ҡағиҙәләрҙе иҫкәртеү мөһим. Өфөләге гимназияларҙың береһендә бөгөн шартлы рәүештә ут сыҡты. Сигнал яңғырау менән педагогтар һәм уҡыусылар һанаулы минуттар эсендә бинаны бушатты. Урында янғын һүндереүселәр эшләй башланы.

Белем усағы биләмәһендә янғын һүндереү буйынса штаб та ойошторолғайны, шартлы ут менән көрәштә алты техника, ике тиҫтәгә яҡын кеше ҡатнашты. Уҡыу эвакуацияһы балалар өсөн генә түгел, ҡотҡарыусылар өсөн дә мөһим. Күнекмә барышында социаль әһәмиәтле бинаның ҡоролошо, эвакуация юлдары өйрәнелә.

Фото №1 - Башҡортостан мәғариф учреждениеларында уҡыу эвакуацияһы ойошторола

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ