Уның сиктәрендә дөйөм белем биреү учреждениеларында һалым грамоталығы буйынса дәрестәр уҙғарыла.
Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Андрей Агапов 1-се республика полилингваль күп профилле гимназия уҡыусылары менән осрашып, һалымдарҙың әһәмиәте тураһында аңлатыу эше уҙғарҙы.
Интерактив-уйын формаһында үткән дәрестә балалар «килем», «бюджет» һәм «дәүләт» тураһында ла яңы мәғлүмәт алды. Мәғариф акцияһының тәүмаҡсаты – үҫеп килгән быуында һалым мәҙәниәтен булдырыу, республика һәм ил киләсәге өсөн яуаплы булған граждандар тәрбиәләү.
Гөлназ Хәйбуллина




