Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса эшсе төркөм төҙөлгәйне. Тармаҡ алдына ҡуйылған бурыстар үтәлгәнме? БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова белеште.
Минһажев урамындағы йорттарҙың береһе шәхси йылытыу системаһына күсә. Хәҙер фатирҙарҙы йылы һыу менән тәьмин итеү проблемаһы хәл ителгән. Циркуляция яҡшы, крандан эҫе һыу килеүен көтөп тороу кәрәкмәй.
Талаптарға ярашлы, система һыуҙы 60 градус эҫелектә тота. Өфөнөң Совет районына ҡараған 797 йорттоң 235-е тап шәхси йылытыу системаһына күскән. Был милекселәрҙең аҡсаһын һаҡсыл тотонорға ла ярҙам итә.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Өфөнөң торлаҡ фонды буйлап тикшереүгә сыҡты. Айырыусы иғтибар – йылылыҡ миҙгеленә әҙерлекте тикшереү. Комиссия Юрий Гагарин урамының 53-сө йортонда ла булды. 2002 йылда төҙөлгән күп фатирлы йортта ябайлаштырылған йылытыу системаһы эшләй.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев тәҡдиме буйынса бер нисә йыл элек ведомство-ара комиссия булдырыла. Ул торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеү менән шөғөлләнә. Төп мәсьәләләрҙең береһе булып – йылытыу миҙгеленә ҡаҙанлыҡ, йылылыҡ трассалары һәм пункттарын әҙерләү генә түгел, ә торлаҡ фондында етешһеҙлектәрҙе хәл итеү тора.
Өфөнөң күп фатирлы йорттарын тикшереү барышында яңы мәсьәләләр ҙә асыҡланды. Атап әйткәндә, торлаҡ фондын йылытыу миҙгеленә әҙерләү буйынса яңы программалар кәрәклеге билдәләнде. Шулай уҡ 15 сентябргә тиклем һәр муниципалитет әҙерлек паспортын алырға һәм ваҡытында йылытыу миҙгелен башларға әҙер булырға тейеш.
Әлфинә Килдейәрова




