Башҡортостан төбәк сервис вәкилдәре буйынса федераль проектта пилот майҙансыҡ булараҡ ҡатнаша

Проект маҡсаттарына ярашлы, төбәктә булдырылған махсус команда ярҙамында социаль хеҙмәттәр халыҡҡа тиҙерәк һәм сифатлыраҡ еткерелергә тейеш.

Төбәк сервис вәкиле һәм уның командаһы эксперттар менән берлектә социаль проекттар һәм хеҙмәттәр өҫтөндә эшләү, профилле ведомстволар башланғыстарын халыҡ араһында таратыу, власть дәүләт органдары һәм социаль ойошмалар араһында бәйләнеште нығытыу менән шөғөлләнәсәк. Республикабыҙҙа был вазифа Руслан Ҡазыхановҡа тапшырылды.

Команданың төп маҡсаты – граждандарҙың, бигерәк тә ауыр тормош хәлендә ҡалған кешеләрҙең көнкүрешен яҡшыртыу өсөн ведомство-ара проблемаларҙы хәл итеү. Халыҡҡа аңлайышлы мәғлүмәт еткерелеп, уларҙың тейешле бөтә социаль хеҙмәттәрҙе файҙаланыуы мөһим. Һәр эш башында мохтаждарға кешелеклекле мөнәсәбәт булыу шарт. Был – беҙҙең төп бурысыбыҙ.

Руслан Ҡазыханов, Башҡортостанда төбәк сервис вәкиле

Пилот проект Стратегик башланғыстар агентлығы тарафынан ойошторола. Эшлекле сәфәре сиктәрендә Агентлыҡ директоры кәңәшсеһе Ольга Линник Өфөләге «Ритм» көндөҙгө мәшғүллек үҙәгендә булды. Ойошма аҡыл етешһеҙлеге менән яфаланған кешеләргә ярҙам күрһәтеү менән шөғөлләнә. Бында тәрбиәләнеүселәр төрлө кәсеп үҙләштереп, оло тормошҡа аяҡ баҫырға әҙерләнә.Ошондай үҙәктәр тәжрибәһен башҡа төбәктәрҙә лә таратыу мөһим, тине белгес.

Беҙҙең программа сиктәрендә Башҡортостан «Сәләмәтлекте юғалтыу» проекты өҫтөндә эшләй. Бында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә теоретик түгел, ә комплекслы практик ярҙам күрһәтелә. Бындағы үҙәк эшмәкәрлеге – илдәге иң яҡшы тәжрибә. Инвалидтарҙың мәктәпте тамамлап, оло тормош юлында юғалып ҡалмай, эшкә урынлашыуы һәм тулы социаль тормош алып барыуы – бик ҡыуаныслы хәл.

Ольга Линник, Стратегик башланғыстар агентлығы директоры кәңәшсеһе
Фото №1 - Башҡортостан төбәк сервис вәкилдәре буйынса федераль проектта пилот майҙансыҡ булараҡ ҡатнаша

Рәзилә Ғиниәтуллина

Выборы 2026
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ