Башҡортостанда киләһе йыл X Рәсәй һәм Белоруссия төбәктәре форумы уҙа

Уға әҙерлек мәсьәләләре Мәскәүҙә барланды. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Федерация Советы рәйесе Юрий Воробьев етәкләгән эшлекле кәңәшмәлә ҡатнашты.

Төбәк етәксеһе фекер алышыусыларҙы форумдың төп эшлекле һәм мәҙәни программаһы менән таныштырҙы. Форум төбәк-ара хеҙмәттәшлекте арттырыуға йүнәлтеләсәк. Сара майҙанында ун йыллыҡ форум тарихы һөҙөмтәләренә йомғаҡ яһалыр тип көтөлә.

Форумда ҡатнашыусылар иғтибарына ике ил дуҫлығын һәм милли төрлөлөгөн кәүҙәләндергән бай программа әҙерләнәсәк. Күләмле сарала йәштәр ҡатнашыуына айырым иғтибар бүләсәкбеҙ, тине республика башлығы.

Фото №1 - Башҡортостанда киләһе йыл X Рәсәй һәм Белоруссия төбәктәре форумы уҙа

Рәзилә Ғиниәтуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ