Унда республика Хөкүмәте, Өфө ҡала хакимиәтенең төҙөлөшө блогы етәкселәре, төҙөүселәр һәм архитектура йәмәғәтселеге вәкилдәре ҡатнашты.
Кәңәшмәлә Өфөләге ҡайһы бер биләмәләрҙең комплекслы үҫеше концепцияһына бәйле мәсьәләләр тикшерелде. Шулай уҡ компанияларҙың торлаҡ төҙөлөшө, инженер һәм транспорт инфраструктураһы, социаль объекттар өлкәләрендә пландары ҡаралды.
Радий Хәбиров ултырышта ҡатнашыусыларға Башҡортостан ҡалаларының архитектура ҡиәфәтенә ҙур иғтибар бүлеү мөһимлеген билдәләне.




