Юбилей йылында республикала финанс грамоталылыҡҡа арналған саралар үтә.
Һөнәри байрам алдынан Башҡортостандың Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары – финанс министры Лира Иғтисамова баш ҡаланың 21-се лицей уҡыусылары менән осрашты. Асыҡ дәрестә уҡыусылар финанс мәҙәниәте нигеҙҙәре менән танышты. Тармаҡ буйынса һөнәр һайларға теләк белдереүсе уҡыусылар ҙа булды.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл мәктәптәрҙә, дәүләт белем биреү стандарттары талаптарына ярашлы, финанс грамоталылыҡ мәктәп предметтарына ла индерелде. Башланғыс бәләкәй йәштән үк аҡса тотонған заман балаларында финанс яҡтан грамота тәртибен арттырыуҙы маҡсат итеп ҡуя.
Рәзилә Ғиниәтуллина







