Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры яңы 85-се миҙгелен асты

Тамашасылар иғтибарына «Гранд Гала. Елена Фоминаның ижади кисәһе» балет концерты тәҡдим ителде.

Сәхнәгә остазын ҡотлар өсөн, прима-балеринаның тәрбиәләнеүселәре күтәрелде. Унан башҡа тамашала Рәсәй ҡалалары һәм билдәле Мариин театры артистары «Корсар», «Кармен-Сюита», «Спящая красавица» һәм башҡа әҫәрҙәрҙән өҙөктәр күрһәтте. Яңы миҙгелдә театр ижадсылары тамашасыны премьералар менән ҡыуандырмаҡсы. Иң күләмле «Садко» спектаклендә 200-гә яҡын кешенең ҡатнашыуы көтөлә. Ул Ҙур театр сәхнәһендә лә күрһәтеләсәк.

Әлеге ваҡытта беҙ 400-ҙән ашыу костюм тегеү һәм сағыу декорациялар әҙерләү менән мәшғүл. Премьера алдынан костюмдарҙы күргәҙмә рәүешендә күрһәтәсәкбеҙ. Операның рәссамы – Иван Складчиков. Ҡуйыусы режиссеры театрыбыҙҙың художество етәксеһе – Асҡар Абдразаҡов.

Илмар Әлмөхәмәтов, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры генераль директоры
Фото №1 - Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры яңы 85-се миҙгелен асты

Рәзилә Ғиниәтуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ