Әрме хеҙмәтенән азат ителеү өсөн ҙур күләмдә ришүәт тапшырыуҙа ғәйепләнгән хоккейсылар хөкөм ителде

«Салауат Юлаев» хоккей клубының әрме хеҙмәтенән азат ителеү өсөн ҙур күләмдә ришүәт тапшырыуҙа ғәйепләнгән икенсе тәрбиәләнеүсеһенә ҡарата хөкөм ҡарары сығарылды.

Санкт-Петербургтың “СКА” хоккей командаһы вәкиле Михаил Воробьевҡа 2 миллион һум күләмендә штраф һалынды. Спортсының ғәйебен танып үкенеүе һәм бәләкәй балаһы булыуын иҫәпкә алып, суд прокурорҙың 3 миллион һум күләмендәге штраф һорауын кире ҡаҡты.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, аҙна башында шул уҡ енәйәт эше буйынса тикшереү үткән хоккейсы Әнүәр Сөләймәнов шартлы рәүештә 5 йылға иркенән мәхрүм ителде.

Фото №1 - Әрме хеҙмәтенән азат ителеү өсөн ҙур күләмдә ришүәт тапшырыуҙа ғәйепләнгән хоккейсылар хөкөм ителде

Рәзилә Ғиниәтуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ