Республика аграрийҙары шәкәр сөгөлдөрөн ҡаҙыуға төштө

Быйыл Башҡортостанда татлы тамыр 19 район баҫыуында ултыртылды. Бүздәк районы аграрийҙары гектарынан 260 центнер уңыш алған да инде. Ауыл хужалығы эшсәндәре бер ай эсендә эште тамамлап, продукцияны Шишмә шәкәр заводына оҙатырға ниәтләй. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким репортажында.

Ҡаҙып алынған уңыш шәкәр заводына оҙатырға әҙерләнә. Бүздәк районы аграрийҙары йылдағыса сөгөлдөр ҡаҙыуға тәүгеләрҙән булып төшкән райондар иҫәбендә. Продукцияның сифаты талап ителгән нрмаға яуап бирә, шәкәрлеге 16 процент тәшкил итә.

Уңыш күләме уртаса кимәлдә көтөлә, сөнки йәйҙең тәүге яртыһы һалҡын тороп, июль-августа көндәр эҫе торһа ла ямғырҙар һирәк яуа. Бүздәк районы аграрийҙары шәкәр сөгөлдөрө уңышында уҙған йыл күрһәткестәрен арттырырбыҙ тигән өмөттә.

Былтыр төбәктә татлы тамыр 36 мең гектар ерҙә ултыртылһа, быйыл сәсеү майҙандары 44 меңгә тиклем еткерелде. Шәкәр сөгөлдөрөн үҫтереүҙә махсуслашҡан башҡа хужалыҡтар ҙа был аҙнала уңыш ҡаҙыуға төшөр тип көтөлә. Дәүләкән, Әлшәй райондарында ла был тәңгәлдә эш дәррәү бара.

Фото №1 - Республика аграрийҙары шәкәр сөгөлдөрөн ҡаҙыуға төштө

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ