«Башавтотранс» йәмғиәтенә 26 яңы «НефАЗ» асҡыстары тапшырылды. 92 пассажирҙы йөрөтөүгә иҫәпләнгән йәмәғәт транспорты тантана майҙанынан тәүге рейсҡа юлланды. Яңы автобустарҙа пассажирҙарҙы йөрөтөү өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырылған.
Электрон мәғлүмәт таблоһы, Глонасс системаһы, тахограф, кондиционер, мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн махсус урындар ҡаралған.
Төбәк автопаркы транспорт реформаһы башланғандан алып 1006 берәмек яңы автобус алынған. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә республика юлдарында тәртип урынлаштырыу артабан да дауам итәсәк, тип белдерҙе. Реформаға ярашлы, төбәк транспорт системаһын Рәсәйҙә иң яҡшылар иҫәбенә сығарыу, пассажирҙар өсөн уңайлы хеҙмәттәр ойоштороу бурысы ҡуйыла.
Флорида Ким







