Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы менән берлектә ойошторған рейд барышында биш водителгә ҡарата протокол төҙөлдө.
Уларҙың пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереүгә лицензияһы булмаған. Берҙәм федераль реестр хеҙмәтендә лә теркәү үтмәгән. Шулай уҡ инспекторҙар эшҡыуарлыҡ алып барыуға рөхсәт ҡағыҙы, транспорт сараһының техник күҙәтеүе, медицина тикшереүе үтеүе тураһындағы документтарҙы ла тикшерҙе.
Ведомство хеҙмәткәрҙәре был тәңгәлдә сайт һәм социаль селтәрҙәр аша ла күҙәтеү алып бара. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса республикала 200-ләп рөхсәтһеҙ пассажир ташыусы иҫәпләнә. Рейдтар артабан да дауам итәсәк.
Азат Ғәлиуллин




