Бөгөн Өфөлә туған тел уҡытыусыларының төбәк-ара форумы башланды. Унда Башҡортостандан тыш, Татарстан республикаһы, Пермь крайы, Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренән 300-гә яҡын педагог ҡатнаша. Сара “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһында ойошторолған. Форум барышын журналист Рәсүл Сәғитов күҙәтте.




