Радий Хәбиров Учалыла фанера етештереү заводын асыуҙа ҡатнашты. Башҡортостан Башлығы районға рәсми эш сәфәре барышында “Башкирский лесъ” йәмғиәтендә булды. Проект былтыр Хөкүмәттә “Инвестиция сәғәте” ултырышында ҡаралғайны. Заманса комплексҡа 235 миллион һум йәлеп итеү ҡарала, заводта 130 кешегә эш урыны була, йылына 6 мең кубометр фанера етештереләсәк. Сеймал өсөн ҡайын файҙаланыла. Радий Хәбиров әйтеүенсә, ағас эшкәртеүселәргә дәүләт ярҙамы күрһәтелә.
Киләсәктә Учалылағы заводта плитә сығарыу ҙа ҡарала. Бының өсөн “ГазРесурс” компанияһы инвестиция йәлеп итергә ниәтләй. Әйткәндәй, ойошма республикала газ яғыулығы ҡойоу станцияларын төҙөй.







