Бөгөн Октябрьский ҡалаһында “Уйна, гармун” байрамы гөрләй. Сара гармунсылар парады менән башланды. Фестивалдә 100-ҙән ашыу гармунсы ҡатнаша. Тамашасыларға концерт программаһы әҙерләнгән. Байрам Республика Башлығы гранты ярҙамында үткәрелә. Сараны ойоштороусы Раушания Фәизова әйтеүенсә, гармун байрамының тарихы 20 йыл элек башлана.




