Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республика халҡын милли кейем көнө менән тәбрикләп, республиканың билдәле ҡул эштәре оҫталарының береһе Гөлдәр Шәрәфетдин ҡыҙы Шәбиева менән таныштырҙы.
Салауат районы Комсомол ауылында йәшәгән замандашыбыҙ оҙаҡ йылдар башҡорт милли кейемдәрен тегеү һәм милли биҙәүестәр эшләү менән шөғөлләнә. Оҫта фәҡәт боронғо биҙәүестәр деталдәрен алыштырырҙай материалдар менән генә эш итә. Мәҫәлән уның 18-се быуат "Эрмитаж" коллекцияһындағы түшелдеректең күсермәһе 1718 йылда әйләнештән сыҡҡан тәңкәләр меннә биҙәлгән.
Гөлдәр Шәрәфетдиновна шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙың баш кейеме – кәләпүш тегә белгән һирәк оҫталарҙың береһе лә. Барлыҡ кейемдәрҙе лә оҫта өйөндә тегә. Ә быйыл ул үҙенең урамында махсус төҙөлгән бинала этнографик музей асҡан. Экспозиция бик бай – кейемдәрҙән тыш, көнкүреш әйберҙәре, йорт йыһаздары, балаҫтар ҡуйылған. Салауат районында булһағыҙ унда мотлаҡ инегеҙ, барығыҙҙы ла Милли кейем байрамы менән, тип яҙған төбәк етәксеһе.
Гөлдәриә Йосопова




