Өфөлә сәхнә оҫтаһы, СССР-ҙың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Гөлли Мөбәрәковаға мемориаль таҡтаташ асылды.
Гөлли Мөбәрәкова мәшһүр артистар – Башҡортостанда театр сәнғәтенә нигеҙ һалған Арыҫлан Мөбәрәков менән Рәғиҙә Янбулатованың ғаиләһендә тыуа. 1959 йылда Дәүләт театры сәнғәте институтын тамамлағандан һуң, ижад юлын Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында башлай.
Оҙаҡ йылдар актер эшмәкәрлеге менән уҡытыуҙы бергә алып бара. 35 йыл дауамында Гөлли Мөбәрәкова Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында 200-ҙән ашыу белгес тәрбиәләй. Республиканың театр сәнғәтен үҫтереүгә ҙур көс һала. Уның күп яҡлы таланты, ҡабатланмаҫ ижады Рәсәй һәм Башҡортостан тамашасылары, театр йәмәғәтселеге тарафынан юғары баһалана.
Сәхнә оҫтаһының 2019 йылда 82 йәшендә йөрәге тибеүҙән туҡтай. СССР-ҙың халыҡ артисының исемен мәңгеләштереү маҡсатында ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ беркетелде. Уны асыу тантанаһына Гөлли Арыҫлан ҡыҙының коллегалары, уҡыусылары, дуҫтары йыйылды.
Әлфинә Килдейәрова




