Уны асыуҙа Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Эш сәфәре барышында төбәк етәксеһе урындағы мәктәп төҙөлөшө менән танышты, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының яңы ятҡылығында булды. Учалынан БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева.
Ағас эшкәртеү комбинатында йылына 6 мең кубометр фанера етештереләсәк. Төҙөлөш материалын республика һәм унан сит төбәктәргә сығарыу күҙаллана. Фанера өсөн башлыса ҡайын ағасы ҡулланыла. Радий Хәбиров фанера производствоһы технологияһы менән танышты, предприятиеның артабанғы үҫеше тураһында һөйләште.
Проект былтыр «Инвестиция сәғәте»ндә ҡаралған. Завод өсөн 235 миллион һум аҡса һалынған. Республика ярҙамын алған инвестиция проекты Үзбәкстан эшҡыуарҙарыныҡы.
Тәбиғәт байлығын ҡулланыу экологияға зыян килтермәҫкә тейеш. Төбәк етәксеһе Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында төҙөлгән таҙартыу ҡоролмаһын ҡараны. Производствола ҡулланылған һыуға бында күп баҫҡыслы таҙартыу үткәреләсәк.
Ойошмала файҙалы ҡаҙылмаларҙы эшкәрткәндән ҡалған шыйыҡсаны карьерға йыйыу һәм сәнәғәт предприятиеһы эшмәкәрлегенән зыян килгән ерҙәргә культивация өсөн файҙаланыу буйынса тағы бер проект ғәмәлгә ашырыла.
126 миллион тоннанан ашыу тауар рудаһы. Яңы Учалы ятҡылығындағы ҡаҙылма байлыҡ тап ошо күләмдә баһалана. Радий Хәбиров предприятиеның 40 миллиард һум аҡса һалынасаҡ объектында булды.
Учалыла, ниһайәт, ике мәктәп бер сменалы уҡыуға күсәсәк. Ҡалалағы биш белем усағының әле дүртеһе ике сменалы программа буйынса эшләй. Бер-нисә айҙан 1225 урынлыҡ яңы полилингваль мәктәп файҙаланыуға тапшырыла. Бина тулыһынса төҙөлөп бөткән, йыһаздар ҡайтарыла башлаған.
Яҡшы эш шарттары һәм лайыҡлы хеҙмәт хаҡы. Төбәк етәксеһе Учалы тегеү фабрикаһында ла булды. Илле йылдан ашыу эшләп килгән ойошма махсус кейем тегеүгә ҡулайлашҡан. Эш кейеме комбинаты структураһындағы ойошма 41 миллион һум күләмендә дәүләт ярҙамы алып яңы ҡорамалдар һатып алған. Радий Хәбиров цехтарҙы зәңгәр яғыулыҡ менән йылытыуға тоташтырырға ҡушты.
Рәмилә Исмәғилева




