Башҡортостан Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнаша

11 сентябрҙә билдәләнгән «Айыҡлыҡ көнө» алдынан төбәк район-ҡалаларында тематик саралар ойошторола. Бөгөн республиканың Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы Ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы менән берлектә рейдҡа сыҡты.

Уның барышында водителдәргә юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса иҫкәрмә ҡағыҙҙары таратылды. Шулай уҡ был көндәрҙә социаль селтәрҙәрҙә «Мин машинаны айыҡ йөрөтөү яҡлы» акцияһы ла үтә. Уға ҡушылыу өсөн, руль артында фото төшөп, #язатрезвое вождение хештегын ҡуйырға кәрәк.

Фото №1 - Башҡортостан Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнаша

Рәзилә Ғиниәтуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ