Өфөлә туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларының төбәк-ара форумы тәүге эш көнөн тамамланы

Башҡортостандан, Татарстандан, Пермь крайынан, Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренән 280 уҡытыусы ике көн дауамында тематик белем биреү кластерҙары, майҙансыҡтарҙа фекер алыша.

Сарала федераль эксперттар инновациялы мәктәптәр эшмәкәрлеге, полилингваль белем биреүҙә Башҡортостан тәжрибәһен Рәсәй кимәлендә өйрәнеү тәҡдимен дә индереҙе. БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.

Мәртәбәле форумда яҙмышын педагогик хеҙмәт менән бәйләүселәргә тел ҡиммәттәре хаҡында башҡорт, рус, мари, украин, немец, иаврит телдәрендә шиғырҙар яңғырай. Күп милләтле дәүләттең төп ҡиммәте булған туған телде һаҡлаусылар балаларҙың сығышын иғтибар менән тыңлай. Педагогтар был ҡорҙа тәжрибә уртаҡлашасаҡ, фекер туплаясаҡ. Сара Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары оҙатыуында Рәсәй һәм Башҡортостан байраҡтарын күтәреү тантанаһы менән асылды.

Форумда ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов тәбрикләп, Республика башлығы Радий Хәбиров тарафынан туған телдәрҙе үҫтереүгә етди иғтибар бүленеүен, был йәһәттән алып барылған стратетик эштең һөҙөмтәлелеген билдәләне. Телдәрҙе үҫтереү һәм өйрәтеү сәйәсәте ирекле, ул Башҡортостанда һәр кешенең теләген иҫәпкә алып башҡарыла, күп милләтлелек ул ҙур байлыҡ, тип белдерҙе ул сығышында.

Беҙҙә уҡытыусылар башҡорт, татар, сыуаш, удмурт, мари теленән, бөтә булған телдәрҙә дәрес алып бара, алты телдә уҡытыла, бынан тыш балалар 14 тел өйрәнә. Балаларҙы күрҙек ивриттә, украин телендә шиғыр һөйләнеләр. Был – беҙҙең ҙур байлыҡ.

Азат Бадранов, Башҡортостан хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары

Мәктәпкәсә балалар учреждениеларынан уҡ Башҡортостан балалары өсөн туған телдә аралашыу мөхите булдырыла. Өфөнөң 51-се башҡорт балалар баҡсаһында 4 төркөмдә башҡорт теле өйрәтелә. Ҡалыплашҡан дәрестәрҙән китеү, аралашыу мөхитендә һанлы технологиялар ҡулланыу... Бөгөн балаларға тыуған телде өйрәтеүсе тәрбиәселәргә лә мөмкинлектәр киң.

Форумға республика ата-әсәләр комиссияһы вәкилдәре лә саҡырылғайны. Ата-әсәләр туған телде һаҡлау мәсьәләһен ғаилә иңдәренә һала.

Туған тел һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк -ара форумында алдынғы уҡытыусыларҙың эш тәжрибәһе өйрәнелде. Ишембай ҡалаһының 14-се мәктәбе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Венера Әйүпова Башҡортостан Башлығы грантына башҡорт телен өйртеүгә методик әсбәптар, күрһәтмә материалдар сығарған.

Дәрестәрҙә интерактив таҡта ҡулланыу, смартфон аша мауыҡтырғыс уйындар уйлап табыу, уҡытыусының эш тәжрибәһендә балаларҙы туған телгә ылыҡтырыуҙа ҙур этәргес көс булып тора. Тәжрибәле остаз БЕЛемАл проекты аша өҫтәл уйындарын һәм уҡыу әсбаптарын тел өйртеүҙә әүҙем ҡуллана.

Хәҙерге заман туған тел һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы креатив балалар тәрбиәләү өсөн үҙҙәре лә заманса технологияларҙы белем биргәндә оҫта ҡуллана белергә тейеш. Ишембай ҡалаһының 14-се мәктәбе уҡытыусылары программистар менән бергә башланғыс кластар өсөн смартфон аша төҫтәрҙе, һандарҙы, ғаилә ағзаларын өйрәнеү уйынын уйлап тапҡан. Ярҙамсы тауыш балаларға уйынды дөрөҫ уйнарға, һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтергә ярҙам итә.

Башкортостанда 4 полилингваль мәктәп асылған һәм уңышлы эшләй. Тиҙҙән Хәбулла һәм Учалы райондарында ике белем усағы асыласаҡ. Мишкә районында асыласағы Рәсәйҙәге тәүге полилингваль мәктәп буласаҡ. 2025-2030 йылдарға телдәрҙе үҫтереү һәм һаҡлау буйынса яңы программа ҡабул итеү күҙаллана.

Башҡортостан яҡын киләсәктә Бөтә Рәсәй күп яҡлы мәҙәниәттең полилингваль моделле белем биреү үҙәгенә әүерелер тип күҙаллана. Ошо маҡсатта 2025-2030 йылдарға телдәрҙе үҫтереү һәм һаҡлау буйынса яңы программа ҡабул ителәсәк. Беҙҙең министрлыҡ тарафынан башҡорт, мари, удмурт , сыуаш телдәрендә уҡыу әспабтары һатып алына.. Иң мөһим йүнәлеш-башҡорт телен өйрәтеү республиканан ситтә лә яҡлау таба.

Айбулат Хажин, Башҡортостандың фән һәм мәғариф министры

Башҡортостандың полилигнваль белем биреүҙәге уңыштарын федераль эксперттар ҙа юғары баһалай һәм республика тәжрибәһен өйрәнеүҙе өлгө итеп ҡуя.

Полилингваль белем биреү хаҡында һөйләйбеҙ икән, тимәк, беҙ төрлө туған телдәр хаҡында һүҙ алып барабыҙ. Бында республиканың бөтә телдәре лә инә. Шуға ла барлыҡ телдәрҙе үҫтереү өсөн ысулдар ҡаралыу мөһим. Башҡортостанда был йәһәттән бөтә мөмкинлектәр ҙә бар.

Елизавета Хамраева, А. И. Герцен исемендәге Рәсәй дәүләт педагогия университеты үҙәгенең ғилми етәксеһе /Cанкт-петербург/
Башбат

Форумдың төп йүнәлеше – башҡорт телен өйрәтеүҙе Рәсәй төбәктәрендә лә яҡлау. Сарала башҡорттар күпләп йәшәгән күрше республикалар һәм төбәк вәкилдәренең әүҙем ҡатнашыуы был төбәк уҡытыусыларына Башҡортостан менән берҙәм мәҙәни-тел мөхитендә эшләргә һәм ижад итергә ярҙам итә. Форумға иртәгә «Торатау» конгрес-холында тематик күргәҙмәләр, иң яҡшы уҡытыусыларҙы ҡотлау сараһы менән йомғаҡ яһала.

Фото №1 - Өфөлә туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларының төбәк-ара форумы тәүге эш көнөн тамамланы

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ