Туған телдәрҙе өйрәтеүҙә яңы алымдар, заманса йүнәлештәр

Бөгөн Туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларының төбәк-ара форумын йомғаҡлау көнөндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Республика етәксеһе был тәңгәлдә һуңғы йылдарҙа алып барылған эштең һөҙөмтәлелеген билдәләне. Һөнәр оҫталарына дәүләт наградалары тапшырҙы.

Туған телгә һөйөү ғаиләлә һалына. Артабан уны үҫтереү, нығытыу мәғариф учреждениеларында дауам итә. Сибай ҡалаһының «Тирмәкәй» балалар баҡсаһына йөрөүсе сабыйҙар туған телдәрендә һөйләшеп кенә ҡалмай, үҙ телетапшырыуҙарын төшөрә. Тап ҡыҙыҡһындырыу аша туған телде өйрәтеү яҡшы һөҙөмтә бирә.

Педагогтар алдына заман яңы алымдарҙы ҡулланыу, ҡыҙыҡһындырыу аша туған телдәрҙе уҡытыу бурысын ҡуя. Был турала форумды йомғаҡлауҙа Радий Хәбиров билдәләне. Сөнки бер нисә йыл элек кенә мәктәптәрҙә туған телдәрҙе өйрәтеү күп һорауҙар тыуҙырһа, бөгөн киҫкен мәсьәлә хәл ителгән.

Дәүләт ярҙамы менән мәктәпкәсә учреждениеларҙа ла туған телдәрҙе өйрәтеү алып барыла, полилингваль белем биреү буйынса Башҡортостан илдә лидерҙар рәтендә.

Әле республикала был йүнәлештә дүрт белем усағы бар. Тағы берәү – Тәтешлелә удмурт полилингваль мәктәбе төҙөләсәк.

Форумды йомғаҡлау өлөшөндә йәш быуынға туған телдәрҙе өйрәтеү һәм үҫтереүгә ғүмерен бағышлаған уҡытыусыларға дәүләт наградалары тапшырылды.

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре ҡорҙа туған тел яҙмышын ил һәм киләсәк яҙмышы булараҡ ҡараны. Булған мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын барланы.

Уҡытыусыларҙы дәртләндереү премияһын 100 мең һумға тиклем күтәреү тәҡдиме республика башлығы тарафынан хупланды. Уҡытыусыларға осрашып тәжрибә уртаҡлашыу, фекер алышыу өсөн үҙәк булдырыу теләге тураһында әйтелде.

Фото №1 - Туған телдәрҙе өйрәтеүҙә яңы алымдар, заманса йүнәлештәр

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ