Башҡортостанда махсус административ район барлыҡҡа киләсәк

Был турала Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров белдерҙе.

Ул Мәскәүҙә Рәсәй Мосолмандарының Диниә назараты йыйылышы Башлығы Әлбир хәҙрәт Крганов менән осрашты. Әңгәмә барышында төбәктә ислам финанслауы механизмдарын файҙаланып, Махсус административ район ойоштороу мәсьәләһе тикшерелде.

Андрей Назаров Башҡортостанда сит ил инвесторҙары менән уртаҡ проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн һөҙөмтәле шарттар булдырылған. Ул артабан республикалағы 12 индустриаль һәм 18 сәнәғәт паркы, биш өҫтөнлөклө социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе һәм “Алға” махсус зонаһы эшмәкәрлеге менән дә таныштырҙы.

Махсус административ районда ла төрлө льготалар ҡараласаҡ. Шулай уҡ эшҡыуарҙарҙың сит илдәрҙә асҡан компанияларын Рәсәйгә ҡайтарыуҙы күҙ уңында тота.

Фото №1 - Башҡортостанда махсус административ район барлыҡҡа киләсәк

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ