«Башҡортостан ихаталары» программаһы буйынса төҙөкләндерелгән ихаталар файҙаланыуға тапшырыла

Заманса төҫ алған Рихард Зорге урамындағы ошондай ихатаны асыу тантанаһында Өфө ҡала хакимиәте башлығы Радмир Мәүлиев та ҡатнашты.

Биләмәлә өр-яңы балалар майҙансығы барлыҡҡа килгән, асфальт һалынған, тротуарҙар яҡтыртыу ҡоролмалары һәм видеокамералар менән йыһазландырылған, өҫтәмә парковка урындары булдырылған. Башҡортостанда йәмғеһе 200 ихата төҙөкләндерелә, уларҙың 54-е Өфөлә. Эште октябргә тиклем тамамлау бурысы ҡуйылған.

Фото №1 - «Башҡортостан ихаталары» программаһы буйынса төҙөкләндерелгән ихаталар файҙаланыуға тапшырыла

Рәзилә Ғиниәтуллина

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ