Өфөлә дөйөм ҡала өмәһе ойошторолдо

Өфөнөң Ленин районы ла бөгөн сүп-сарҙан, ҡойолған япраҡтарҙан таҙартылды.

Ҡала хакимиәте, төрлө предприятие, ойошма коллективтары күләмле акцияға ҡушылып, Аксаков урамын тәртипкә килтерҙе. 2 октябргә тиклем дауам иткәсәк санитар айлыҡтың тәүге яртыһында башлыса ҡала биләмәһе йыйыштырылһа, икенсеһендә ихата, урамдарға, парктарға йәш үҫентеләр ултыртыласаҡ.

Шулай уҡ 24 сентябрҙә Өфөлә «Йәшел Башҡортостан» акцияһы уҙғарылыр тип көтөлә. Дөйөм ҡала өмәһендә, ғәҙәттәгесә, Өфөнөң торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре ҡатнаша. Йәшәгән биләмәһен таҙартыуға һәр кем үҙ өлөшөн индерә ала.

Фото №1 - Өфөлә дөйөм ҡала өмәһе ойошторолдо

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ