Өфөләге «Меркурий» сауҙа үҙәгенендә сыҡҡан янғын осрағы буйынса енәйәт эше асыу ҡарала

Кисә төнгө сәғәттәрҙә Черниковка биҫтәһендәге «Меркурий» сауҙа үҙәгенең икенсе ҡатында янғын сыға.

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, утты һүндереүгә 78 ҡотҡарыусы, 28 берәмек техника һәм Ка -32 вертолеты йәлеп ителә. Әле Башҡортостан прокуратураһы хеҙмәткәрҙәре ваҡиға сәбәптәрен асыҡлай. Билдәле булыуынса, кеше ғүмеренә зыян килмәгән. Шулай уҡ «Меркурий»ҙа урынлашҡан контакт зоопарктағы бар хайуан-ҡоштар ҙа ҡотҡарылған.

Әлеге мәлдә иң мөһиме – ваҡиға сәбәптәрен асыҡлау. Бының өсөн төрлө экспертиза һәм тикшереүҙәр үткәреләсәк. Бында дөйөм алғанда ике меңдән ашыу эшҡыуар павильондарҙы ҡуртымға алып эшләй ине. Зыян күләмен атауы әлегә ауыр.

Людмила Володина, «Меркурий» сауҙа комплексы идарасыһы вазифаһын башҡарыусы
Фото №1 - Өфөләге «Меркурий» сауҙа үҙәгенендә сыҡҡан янғын осрағы буйынса енәйәт эше асыу ҡарала

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ