Төбәктең һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, әлегә стационар шарттарҙа 238 кеше дауалау курсы үтә, уларҙың яртыһынан күбеһе алтмыш йәштән өлкәнерәк граждандар. Ун бер пациенттың ауыр хәлдә булыуы билдәле.
Стәрлетамаҡтағы ковид-госпиталдә лә 120 пациент дауалау курсы үтә. Уларҙың яртыһында мәкерле инфекция асыҡланған. 8 кеше реанимацияға һалынған. Сәрүәр Әбүбәкировтың үпкәһе 90 процентҡа зарарланған булған. Табиптар ярҙамында ирҙең сәләмәтлегендә ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә башлаған.
Әле ковид-госпиталдә тәүлегенә яҡынса ун пациент ҡабул ителә. Һуңғы ике аҙнала ауырыуҙар һаны артыуы күҙәтелгән. Белгестәр билдәләүенсә, сирҙе өлкән йәштәгеләр, хроник сирлеләр һәм вакцинация үтмәгәндәр айырыуса ауыр үткәрә.
Гөлназ Хәйбуллина




