Октябрьский ҡалаһында «Уйна, гармун!» байрамы үтте

Башҡортостан башлығы Грантына тормошҡа ашырылған күләмле мәҙәни проектта республиканың 12 районынан һәм Татарстандан йөҙҙән ашыу гармунсы, 19 ансамбль, 9 дуэт сығыш яһаны. Төрлө милләт халыҡтарын берләштергән фестиваль хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина репортажы.

«Дуҫлыҡ» ансамбле «Уйна, гармун» фестивален асып, дәртле көйҙәр менән халыҡҡа байрам кәйефе өҫтәне. Үҙешмәкәр коллективтың егерме йыллыҡ тарихы бар. Юбилейға бүләк - яңы гармундар. Музыка ҡоралдары Башҡортостан башлығы гранты ярҙамында алынған.

Мәҙәни фестивалдә ҡатнашыусылар Октябрьский ҡалаһының Төркмән микрорайоны урамдары буйлап үтте. Гармун, баян, тальянда уйнап, дәртле йырҙар башҡарған коллективтарҙың сығышына йөҙҙәрсә кеше шаһит булды. Музыка ҡоралдары менән ҡоралланған колонна ветерандар йәшәгән йорттар алдында туҡтап, тотош бер концерт та ҡуйып өлгөрҙө. Виртуоз гармунсылар Айҙар менән Алмаз Юнысовтар ҙа байрамға дәрт өҫтәне.

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Йәмил Хәсәнов «Уйна, гармун» фестиваленең алыштырғыһыҙ ҡатнашыусыһы. Юрматы ырыуы вәкиле виртуоз ғына түгел, музыка ҡоралын эшләү һәм ремонтлау буйынса оҫта булараҡ та билдәле.

Күләмле байрамдың егерме йыллыҡ тарихы бар. Ошо ваҡыт эсендә асыҡ һауала ойошторолған фестивалдә меңдән ашыу гармунсы ҡатнашып өлгөргән. Һәр музыка ҡоралының үҙенә генә хас моңо бар. Оҫталарҙың уйнау алымдары ла төрлө. Шуға күрә күләмле сара - сәнғәт өлкәһе вәкилдәре өсөн үҙе бер тәжрибә майҙансығы ла.

Фестиваль сиктәрендә ҡаланың «Йондоҙло» скверында тирмәләр ҡуйылды, башҡорттарҙың ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары күрһәтелде, ҡул эштәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтте. Байрам гармунсыларҙың ҙур концерты менән тамамланды. Сәхнәлә халыҡ йырҙары, таҡмаҡтар яңғыраны, бейеүҙәр башҡарылды. Фойела ла гармун моңдары бер секундҡа тынманы.

20 йыллыҡ тарихы булған фестивалдең киләсәге өмөтлө. Күләмле мәҙәни сараның географияһын тағы ла киңәйтеү, ҡатнашыусылар һанын арттырыу ҡаралған. Октябрьский ҡалаһы хакимиәте байрамды конкурс форматында уҙғара башлау идеяһы менәң дә сығыш яһаны. Тәүмаҡсат – үҫеп килгән быуында музыка ҡоралларына һөйөү тәрбиәләү.

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ