Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Асҡар Абдразаҡов Донбасста сығыш яһаны

Луганск ҡалаһы көнө уңайынан уҙғарылған ҙур тамашаны урындағы халыҡ йылы ҡабул итте.

Сәхнәнән Мөслим Могамаев һәм Иосиф Кобзон репертуарынан йырҙар яңғыраны. Мариин театры солисы Асҡар Абдразаҡовты Донецк халыҡ республикаһында ла алҡышлағандар. Яҡташыбыҙ төҙөкләндерелгәндән һуң «Саур-могила» мемориал комплексын асыу тантанаһында ҡатнашҡан.

Луганск ҡалаһының 227 йыллығы Владимир Ленин исемендәге мәҙәниәт һарайында үтте. Республикала хәрби тәртип һаҡланыуға бәйле асыҡ һауалағы күләмле саралар үткәрелмәй. Залда ҡала көнө уңайынан Луганск халыҡ республикаһы башлығы Леонид Пасечник телмәр тотто. Ул ауыр мәлдә ярҙам ҡулы һуҙған Рәсәй халҡына ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Фото №1 - Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Асҡар Абдразаҡов Донбасста сығыш яһаны

Рафиҡ Әхмәтшин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ