Туған тел аша йәш быуындың милли үҙаңы тәрбиәләнә. “Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы” йәмәғәт ойошмаһы советы рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллина Төбәк-ара туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары форумы һөҙөмтәләренә бәйле шундай фекер белдерҙе. Сара 9-10 сентябрҙә Өфөлә уҙҙы. Унда Башҡортостан, Татарстан, Пермь крайы, Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренән 300-гә яҡын педагог ҡатнашты. “Туған тел аша мәҙәниәтте һаҡлап һәм үҫтереп кенә ҡалмайбыҙ, ә йәш быуындың милли үҙаңын тәрбиәләйбеҙ”, - тип белдерҙе Зөһрә Рәхмәтуллина.




