Башҡортостанда махсус административ район булдырыу проектын ислам дәүләттәре хупланы

Бөгөн Хөкүмәттә оператив кәңәшмәлә беренсе вице-премьер – Иҡтисади үҫеш һәм инвестицион сәйәсәт министры Рөстәм Моратов шулай тип белдерҙе. Мәскәүҙә үткән осрашыуҙа республикала ислам финанслауын ҡулланып махсус административ район булдырыу мәсьәләһе ҡаралды. Бындай биләмәлә айырым иҡтисади һәм хоҡуҡи нормалар ғәмәлдә була. Ул милли офшор юрисдикция алымынан ғибарәт.

Башҡортостанда махсус административ район булдырыу проектын ислам дәүләттәре хупланы

Беренсе вице-премьер Рөстәм Моратов уҙған аҙнала Нуриман районында үткән стратегик сессияға ла туҡталды. Унда Мәскәүҙән Рәсәй Стратегик тикшеренеүҙәр үҙәге белгестәре ҡатнашты. Форум ваҡытында республикала Евразия иҡтисади үҙәген һәм махсус административ район булдырыу мәсьәләләре буйынса фекер алышыу булған.

Фото №1 - Башҡортостанда махсус административ район булдырыу проектын ислам дәүләттәре хупланы
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ