Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, бөгөнгә 844 меңдән ашыу кеше коронавирустан ҡабат прививка эшләткән, 258 меңгә яҡын кеше гриптан иммунизация үткән. “Миҙгелле йоғошло сирҙәрҙән һаҡланыу өсөн санитар-гигиена талаптарын үтәргә һәм вакцина яһарға кәрәк”, - ти табип, медицина фәндәре докторы Марсель Тойғонов.
Табиптар коронавирус һәм гриптан вакцинаны бер юлы эшләтергә рөхсәт итә. Бының өсөн поликлиникаға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ике прививка ла бушлай яһала.







