Өфөнөң Затон биҫтәһендәге 9-сы поликлиника төҙөлөшө бөгөн 96 процентҡа тиклем теүәлләнгән

2020 йылда башланған эш республика кимәлендәге күләмле проект иҫәпләнә. Баш ҡалаға көнбайыштан ингән юлда урынлашҡан объектты октябрҙә файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Әнисә Шәрәфиева төҙөлөш тармағында егерме йылдан ашыу. Ул бөгөнгә тиклем илдең ниндәй генә объектында эшләмәгән. Тәжрибәһе етерлек. Шуға ла эш ҡоралдары уның ҡулында уйнай ҡына тора.

Өфөнөң 9-сы поликлиникаһында эш йылдам бара. Әҙер кабинеттар әле үк яңы медицина техникаһы менән йыһазландырыла. Бөгөн мәҫәлән, МРТ, флюорография кеүек рентген аппараты килтерелгән. Яңы медицина учреждениеһы уңайлы итеп төҙөлә. Балаларҙы тотош бер ҡат хеҙмәтләндерәсәк.

Төҙөлөш эштәре шулай уҡ объекттың тышында ла бер юлы алып барыла. Шуға ла тотҡарлыҡтар күҙәтелмәй. Инженер селтәрҙәре тулыһынса тиерлек әҙер. Объектты 15 электр бағанаһы яҡтыртасаҡ. Әйткәндәй, поликлиниканы күтәреүсе төҙөүселәргә биҫтәнең тиҫтәнән ашыу күп ҡатлы йорт һәм бер социаль учреждениены хеҙмәтләндергән трансформатор подстанцияһын күсереп ултыртырға тура килгән.

Фото №1 - Өфөнөң Затон биҫтәһендәге 9-сы поликлиника төҙөлөшө бөгөн 96 процентҡа тиклем теүәлләнгән

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ