БДУ биологтары тауыҡ тиҙәгенән ҡош-ҡорт өсөн ашлама сығара башланы

Аҡһым концентратын алыу өсөн махсус реактив ҡушыла. Бер нисә аҙнанан һуң, киптерелгән аҡһымды ҡош-ҡортҡа аҙыҡ итеп ҡулланырға мөмкин. Биологтар әйтеүенсә, бындай ашлама туҡлыҡлы һәм файҙалы.

Аҡһым концентратын сығарыу өсөн тауыҡ тиҙәгенә һыу һәм махсус реактив ҡушыла. Әҙер продукт алыу өсөн бер нисә аҙна талап ителә. Башҡорт дәүләт университетының өсөнсө курс студенты Алексей Червов тауыҡ тиҙәген ҡабаттан ҡулланыу технолгияһын уйлап табыр алдынан төрлө ысулдар ҡулланып ҡарай. Ниһайәт, өс ай элек иң һөҙөмтәлеһенә юлыға. Туҡлыҡлы аҙыҡ ҡошсолоҡ фабрикаларына өҫтәмә килем килтерә аласаҡ, тигән фекерҙә ул.

Рәсәйҙең барлыҡ ҡошсолоҡ фабрикаларында көн һайын 848 мең тонна тауыҡ тиҙәге ятып ҡала. Ә тотош донъя буйынса күпме икәнлеген күҙаллауы ла ауыр. Әгәр уны эшкәртмәгән осраҡта, экологияға зыян килә, тупраҡ ағыулана.

Алексей Червов, Башҡорт дәүләт университетының биология факультеты студенты

Белгестәр һүҙҙәренсә, тауыҡ тиҙәге хәүефлек кимәле буйынса 3-сө класҡа ҡарай. Тимәк, уны үҫемлектәрҙе туҡландырыу һәм тупраҡтың уңдырышлылығын күтәреү өсөн ҡулланырға ярамай. Шуға күрә тауыҡ тиҙәген ҡайтанан эшкәртеү экологик һәм иҡтисади яҡтан да отошло тип һанала.

Тауыҡ тиҙәген эшкәртеү буйынса бер үк төрлө технологиялар юҡ. Иң таралған ысул – компостирлау методы. Ләкин был ысулды ҡулланғанда аммиак, көкөрт водороды кеүек матдәләр сыға. Беҙ тәҡдим иткән методика ҡош-ҡорт аҙығы ғына түгел, ә тирә-яҡҡа зыян килтермәүсе ашламалар эшләргә лә мөмкинлек бирәсәк.

Рәшит Фәрхетдинов, Башҡорт дәүләт университетының биология факультеты профессоры

Проект Башҡорт дәүләт университетында инвестиция партнерҙары менән хеҙмәттәшлек итеү сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла. Атап әйткәндә, «Өҫтөнлөк – 2030» программаһы студент һәм аспиранттарҙы иҡтисадтың реаль секторындағы эшкә әҙерләй.

Ғалимдар билдәләүенсә, методика уңышлы һынау үткән осраҡта, ҡошсолоҡ фабрикаларын ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү процесына йәлеп итеү өсөн өс йыл тирәһе ваҡыт талап ителәсәк.

Фото №1 - БДУ биологтары тауыҡ тиҙәгенән ҡош-ҡорт өсөн ашлама сығара башланы
Башбат

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ