Был «Саня, газға баҫ!» сериалының икенсе миҙгеле буласаҡ. Ижади төркөм әле эште тамамлау алдында. Сериалды төшөрөүҙә билдәле Рәсәй актерҙарынан тыш, республика театрҙары артистары һәм баш ҡала халҡы ла ҡатнаша. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина яҙмаһында.
Сериал үҙәгендә – стереотиптарға ярашлы, ҡатын-ҡыҙҙарға хас булмаған һөнәрҙе үҙ иткән йәш ҡыҙ. Сашаға автосервистағы коллегаларына үҙ оҫталығын иҫбат итергә тура килә. Сериалдың беренсе миҙгеле күп тамашасының күңеленә үтеп инде. Ә икенсеһендә режиссерҙар героиняға етәксе ролен тапшырып, уның алдында яңы һынауҙар ҡуя.
Сериал Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы павильонында төшөрөлә. Эш бер айға яҡын дауам итер, тип күҙаллана. Өфө майҙанын сериалды төшөрөүселәр икенсе тапҡыр һайлай. Күләмле картинаға 200-гә яҡын актер һәм 100-ҙән ашыу ижади төркөм вәкилдәре йәлеп ителгән.
Ә төп ролде башҡарыусы Өфө актрисаһына хатта машина ремонтлау нигеҙҙәрен үҙләштерергә тура килгән. Комедияны төшөрөү майҙанында тәжрибәле актерҙарҙан башҡа, тәүге тапҡыр киноға төшкән йәштәр ҙә бар. Бынан тыш, массовкала Өфө халҡы ла ҡатнаша.
Сериалдың дауамы тамашасыны бер илатып, бер көлдөрөсәк. Мәңгелек темаларҙы үҙ эсенә алған ижади эш төрлө йәш вәкилдәрен арбаясаҡ, ти режиссерҙар. Сифатлы һөҙөмтә маҡсатында сериалды төшөрөү майҙанында профессиональ кимәлдә шарттар булдырылған.
Әйткәндәй, Юлиә Асҡарова сериалда әрмән ҡыҙын уйнай. Актрисаны оҙайлы кастингтарҙан һуң һайлап алғандар. Күрәһең, режиссерҙарҙы башҡорт ҡыҙының ҡыйғас ҡара ҡаштары йәлеп иткән.
Ижади төркөм сериал төшөрөүҙе тамамлау алдында. Һуңғы серияларзы төшөрөү менән бер рәттән уны монтажлау эштәре бара. Йәмғеһе 6 серия буласаҡ, тәүгеһен октябрь аҙағында интернетта ҡарарға мөмкин буласаҡ.
Рәзилә Ғиниәтуллина




