Мәләүез районы мәктәптәрендә «Үҫеш нөктәһе» үҙәктәре үҙ ишектәрен асты

«Мәғариф» милли проекты сиктәрендә бөгөнгә заманса кабинеттар төбәктең тиҫтәгә яҡын белем усағында эшләй. Яңы уҡыу йылында тағы ла Смаҡ, Һамар-Ивановка, Көнсығыш һәм Александровка ауылдары балалары өсөн дә ошондай мөмкинлек тыуҙырылды.

Уҡыусылар «Үҫеш нөктәһе» үҙәктәрендә заманса компьютерҙарҙа һәм микроскоптар менән эшләй, квадрокоптерҙар менән идара итергә өйрәнә, бүлмәләр 3D-принтерҙар менән йыһазландырылған.

Дүрт үҙәкте асыуға республика һәм урындағы бюджеттан 13 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Уҡытыусылар әйтеүенсә, белем биреү учреждениеларында «Үҫеш нөктәһе» үҙәктәренең эшләп килеүе балаларға киң мөмкинлектәр аса. Уҡыусылар төрлө тәжрибәләр уҙғарып, фәнни эш менән дә шөғөлләнә аласаҡ. Бындай проект сифатлы белем алыуға ҙур этәргес булып тора, ти улар.

Фото №1 - Мәләүез районы мәктәптәрендә «Үҫеш нөктәһе» үҙәктәре үҙ ишектәрен асты
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ