Башҡортостан Башлығы “Йәштәр йыйыны” форумында сығыш яһаны. Унда Волга буйы округы төбәктәренән 600-ҙән ашыу кеше ҡатнаша. Радий Хәбиров йәштәр һорауҙарына яуап бирҙе. Башҡортостанда юғары мәктәп абруйын үҫтереү өсөн Евразия фәнни-мәғариф үҙәге ойошторола, йәш ғалимдар өсөн гранттар булдырылды. Радий Хәбиров студенттар һәм ирекмәнлек хәрәкәтенә булышлыҡ итергә вәғәҙәләне. Республика ҡалаларында йәштәр үҙәктәре асыла, студент клубтарына ярҙам буласаҡ. Сентябрҙә “Студент айлығы” уҙа. Уның барышында йәштәр өсөн төрлө саралар ойошторола.







