Башҡортостанда мәктәп туризмы программаһы һынау үтә

Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә  яҙыуынса, тәүге сәфәрҙәр ойошторолған.  Нуриман, Благовещен, Миәкә, Салауат райондарында  ҡайһы  бер  балалар  беренсегә   булған.  Павловка  һыуһаҡлағысы, Ҡыҙыл Яр һәм  башҡа иҫтәлекле  урындарҙы  ҡарағандар. Мәктәп уҡыусыларының сәфәрен ойоштороу  өсөн  федераль ҡаҙнанан  55 миллион  ярым  һум бүленгән, Башҡортостан тағы  22 миллион  һум өҫтәгән.  -Ғаризаны мәктәп, йә  райондың мәғариф  бүлеге  әҙерләй.  Сәфәргә  5-се - 9-сы класс уҡыусылары бара.  Ваҡытын һайларға мөмкин,  уҡыусыларға  аҡса түләргә  кәрәкмәй, - тип  яҙа Радий  Хәбиров.

Фото №1 - Башҡортостанда мәктәп туризмы программаһы һынау үтә
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ