Премьер-министр Андрей Назаров ҡул ҡуйған документҡа ярашлы, ҡала эсендә тыйылған урында ҡалдырылған машинаны эвакуаторға күтәреү, махсус урынға алып барыу һәм төшөрөү өсөн 2 мең ярым һум түләргә кәрәк була. Артабан, махсус урындағы һәр сәғәт 20 һумдан 40 һумға тиклем була. Машинаның ауырлығы 3 тонна ярымдан артһа 80 һум һорайҙар.







