Башҡортостан Башлығының социаль селтәрҙәге яҙмаларын быйыл 54 миллион 500 мең тапҡыр ҡарағандар

Республиканың иң популяр блогерҙарының береһе  - Радий  Хәбиров.  Уның яҙғандарын  аҙна һайын уртаса  1 миллион  800 мең тапҡыр  ҡарайҙар.  Был турала  Республика  менән  идара  итеү үҙәгенән хәбәр итәләр. Бөгөнгә Республика Башлығының сәхифәләренә  295 434 интернет-ҡулланыусы яҙылған.  Радий  Хәбировтың  "Бәйләнештә",  "Класташтар"ҙа сәхифәләре  бар, быйыл  телеграм-каналы булдырылды.  Республика  Башлығының  сәхифәһендәге  бер мөрәжәғәт тә  яуапһыҙ ҡалмай,  бөтә  хәбәрҙәр "Инцидент-менеджмент" системаһына теркәлә. Проблема тулыһынса  хәл ителгәнгә  тиклем контролдә  була.  - Социаль селтәр  өсөн ваҡыт күп кәрәк.  Әммә Республика Башлығы уны таба.  Халыҡ  мәнәфәғәттәренә, асыҡлыҡҡа өҫтөнлөк бирелә, - ти  Республика Башлығының социаль бәйләнештәр буйынса  идаралығы  етәксеһе Елена Прочаковская.

Фото №1 - Башҡортостан Башлығының социаль селтәрҙәге  яҙмаларын  быйыл  54 миллион  500 мең тапҡыр ҡарағандар
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ