20 кешелек төркөм 14 табип, 4 шәфҡәт туташы һәм 2 водителдән тора. Улар 4 вахтала эшләгән аҡ халатлыларға алмашҡа килде.
Яңы эш аҙнаһы Красный Луч ҡалаһындағы Башҡортостан хөкүмәте вәкилдәре менән осрашыуҙан башланды. Әңгәмә барышында улар ҡыҫҡаса инструктаж үтте һәм хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре менән танышты.
Башҡортостан табиптары урындағы халыҡ сәләмәтлеге һағына баҫты. Улар диспансер тикшереү саралары уҙғара. Поликлиникала балалар һәм ололарҙы ҡабул итә. Шулай уҡ урындағы дауаханаларҙа эшләй.
Осрашыуҙа урындағы һаулыҡ һаҡлау ойошмаларының 10 хеҙмәткәренә Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһенең Рәхмәт хаттары тапшырылды. Улар республиканан килгән аҡ халатлыларҙы урынлаштырырға, йәшәү һәм эш шарттары булдырыуға булышлыҡ иткән. Ике аралағы тығыҙ хеҙмәтәшлек емешен бирә. 30 йыл дауамында тейешле медицина ярҙамы ала алмаған Красный Луч ҡалаһы халҡы сәләмәтлеккә иғтибар йүнәлтелеүенә оло рәхмәтле.
Рафиҡ Әхмәтшин







