Бөрө үҙәк район дауаханаһының яңы поликлиникаһы сменаһына алты йөҙ кешене ҡабул итә ала

Иҫке корпус менән сағыштырғанда, күрһәткес ике тапҡырға артҡан. Медицина учреждениеһында өлкәндәр һәм балалар өсөн айырым бүлектәр ойошторолған. Мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн уңайлы мөхит булдырылған. Заманса ҡоролған поликлиника мөмкинлектәре менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина танышты.

Фәниә Рамаҙанова Бөрө үҙәк район дауаханаһында утыҙ йылдан ашыу табип-терапевт булып эшләй. Фиҙакәр хеҙмәткә абруйлы награда – заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған яңы поликлиника. Аҡ халатлы белгес билдәләүенсә, ике аҙна элек файҙаланыуға тапшырылған корпуста беренсел ярҙам күрһәтеүгә барлыҡ шарттар тыуҙырылған.

Яңы медицина учреждениеһы заманса эндоскопия, офтальмология ҡорамалдары менән тәьмин ителгән. Клиник-диагностика лабораторияһы, рентгенология, хирургия бүлектәре булдырылған. Прививка яһау өсөн уңайлы шарттар ҡаралған. Коронавирус, грипҡа ҡаршы вакцина айырым бүлмәлә ҡаҙалһа, планға ярашлылары икенсе кабинетта. Шулай уҡ сиратты кәметеү маҡсатында процедуралар башҡарыуға ла майҙандар арттырылған.

Бөрөләге поликлиника төҙөлөшөнә республика адреслы инвестиция программаһы сиктәрендә 797 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгәйне. Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән быйыл мартта ҡорамалдар менән мебель һатып алыуға 86 миллион һум бүленде. Дүрт ҡатлы объекттың дөйөм майҙаны яҡынса 8 мең квадрат метр. Район халҡы яңы медицина учреждениеһы асылыуын ҡыуанып ҡабул иткән.

Поликлиника 54 мең кешене, шул иҫәптән 13 мең баланы хеҙмәтләндерә. Кескәйҙәр өсөн айырым инеү урыны, ҡабул итеү кабинеттары, уйын зоналары булдырылған. Шулай уҡ биләмәлә балалар майҙансығы ла ҡалҡҡан.

Әйткәндәй, 2019-2020 йылдарҙа «Медик-санитар ярҙам күрһәтеү системаһын үҫтереү» программаһы буйынса Бөрө үҙәк район дауаханаһы мобиль фельдшер-акушерлыҡ пункты, күсмә флюорограф һәм маммограф кабинеттары менән дә тәьмин ителгәйне. Һуңғы ике комплекс тотош медицина округын хеҙмәтләндерә.

Фото №1 - Бөрө үҙәк район дауаханаһының яңы поликлиникаһы сменаһына алты йөҙ кешене ҡабул итә ала

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ